Башҡортостанда Иглиндан 18 йәшлек Ульяна Матвееваны эҙләйҙәр. Ул 1 октябрь өйҙән сығып киткән дә ғәйеп булған. Шул ваҡыттан берәү менән дә бәйләнешкә инмәй.
“БашРегионСпас” ирекмәндәре эҙләү ойошторған. Уларҙың мәғлүмәте буйынса, ҡыҙ сыҡҡанда ҡара жилет, ҡара толстовка, ҡара джинсы салбар һәм ҡара кроссовка кейгән. Яҡындары менән бәйләнеш булмауы бик насар, ти хоҡуҡ һаҡсылары ла, эҙәрмәндәр ҙә.
Ҡыҙҙың билдәләре: ҡаҡса кәүҙәле, буйы – 169 см. Сәсе ҡара, күҙҙәре һорғолт.
Эҙләүселәр граждандарҙы уяу булыуҙарын һәм уның тураһында ниндәй булһа ла мәғлүмәт белеүселәрҙе 112 йәки 8-937-3-102-112 телефон һандарына шылтыратыуҙарын үтенә.
Фото: асыҡ сығанаҡтан.