Иртә менән Өфөләге 107-се лицейҙан бөтә уҡыусыларҙы эвакуациялағайнылар. Интернетта бер кеше мәктәптә үс аласағын белдерә. Имеш, тиҫтерҙәре уны ҡыйырһыта, кәмһетә. Ул үс алыуҙы 21 октябргә тәғәйенләй.
Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре урынға килеп, бинаны ентекле тикшереп сыға. Шулай уҡ оператив эш барышында шул билдәле була: 107-се лицей уҡыусыһының социаль селтәрҙәге шәхси аккаунтын билдәһеҙ кешеләр емереп, сәхифәһендә уның исеменән яҙма ҡалдырғандар.
Теракт ихтималлығы тикшерелгән. Лицейҙа уҡыу процесы ғәҙәти режимда дауам итә. Был хаҡта Өфө ҡалаһы хакимиәте хәбәр итте.
Фото: http://www.лицей107-уфа.рф/