Кисә Күгәрсен районында Магнитогорск – Ира трассаһында авария теркәлде. ЮХХДИ начальнигы Владимир Севастьянов хәбәр итеүенсә, бында “Hyundai” еңел машинаһы ҡаршы һыҙатҡа сығып, “УАЗ” менән бәрелешә.
UFA1.RU мәғлүмәттәре буйынса, “Hyundai Accent” руле артында Ейәнсура районынан 1963 йылғы ир булған. Уның менән бергә машинала ғаилә пары барған. Иргә лә, ҡатынға ла – 52-шәр йәш. Уларҙың барыһы ла ваҡиға урынындә һәләк була. Шуныһы билдәле: ҡатын мәктәп директоры, ә ир ауыл хужалығында эшләгән.
УАЗ-дың руле артында иһә Мораҡтан 61 йәшлек, пассажиры 1958 йылғы ир була. Улар икеһе лә тере ҡала, әммә бөгөн иртән пассажирҙың үлеме тураһында ҡайғылы хәбәр килде...
Ҡот осҡос аварияла һәләк булғандарҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
Фото: БР буйынса ГАИ.