Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
13 Ноябрь , 21:00

Аҙыҡ йылытып ашарға уйлаған

Ир янып үлгән...

Аҙыҡ йылытып ашарға уйлаған
Аҙыҡ йылытып ашарға уйлаған

Мишкә районының Мишкә ауылында шәхси йортта янғын сығып, кеше ғүмерен өҙгән. Сәбәбе - электр плитаһына йылытырға ҡуйылған аҙыҡтың янып китеүе.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре төтөн тураһында хәбәр алыу менән ваҡиға урынына килеп етә һәм 2 квадрат метрлы майҙанда утты һүндерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 51 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табыла.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тикшереүсеһе хәл-ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡлау өҫтөндә.

“Алдан фаразлау буйынса, янғын электр ҡорамалын тотонғанда ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәмәү сәбәпле сыҡҡан. Электрға тоташтырылған  янған плитка иҙәндә табылған”, – тип аңлатма биргәндәр республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенән.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:

- Тоҡандырылған электр приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ

- Йоҡлар алдынан электр приборҙарын розетканан алып ҡуйығыҙ

- Өйөгөҙгә янғын иҫкәртеүсе ҡоролма ҡуйығыҙ

 - Ятҡан урынығыҙҙа тәмәке тартмағыҙ.

Фото: пресс-служба МЧС по РБ.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: