Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
15 Ноябрь , 15:15

Мейес яҡҡанда һаҡ булығыҙ!

Йоҡлар алдынан ике сәғәт алдан ут яғыуҙы туҡтатығыҙ.

Мейес яҡҡанда һаҡ булығыҙ!
Мейес яҡҡанда һаҡ булығыҙ!

Әгәр өйөгөҙҙә даими рәүештә яҡҡан мейес булһа, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ошо ҡағиҙәләр хаҡында иҫкә төшөрә.

▫ Ут яҡҡан мейесте ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Бәләкәй балаларға мейесте күҙәтергә ҡушмағыҙ.

▫ Балаларға ут тоҡандырырға ҡушмағыҙ

▫ Тиҙ тоҡана торған шыйыҡсалар (бензин, кәрәсин һ.б.) менән мейес тоҡандырмағыҙ.

▫ ️ Мейес алдына 50х70 сантиметр ҙурлығындағы янмай торған материалдан эшләнгән әйбер урынлаштырығыҙ.

▫ Ул әйбергә утын һәм яғыулыҡ материалдары ҡуймағыҙ.

▫ Мейестең ныҡлап ҡыҙыуына юл ҡуймағыҙ. Бының өсөн уны 2 сәғәттән артыҡ яғырға ярамай.

▫ ️ Даими рәүештә мөрйәне һәм мейесте таҙартығыҙ.

▫ Мейес яҡҡанда ишеген асыҡ ҡалдырмағыҙ.

▫ Әгәр мейестә ярыҡтар йәки уның емерелгәнен күрһәгеҙ – йүнәтегеҙ. Әгәр үҙ көсөгөҙгә ышанмаһағыҙ, оҫта саҡырығыҙ.

▫ Кейемегеҙҙе мейес өҫтөндә киптермәгеҙ.

▫ Йоҡлар алдынан ике сәғәт самаһы алдан мейес яғыуҙы туҡтатығыҙ.

📞 Әгәр янғын билдәләре күрһәгеҙ, шунда уҡ 112 һандары буйынса шылтыратығыҙ.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-210976796_3346

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: