Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Ноябрь , 22:00

Абхазияға сәфәргә сыҡмай тороғоҙ

Сухумиҙа тәртипһеҙлектәр башланған...

Абхазияға сәфәргә сыҡмай тороғоҙ
Абхазияға сәфәргә сыҡмай тороғоҙ

Сухумиҙа тәртипһеҙлектәр башланған. Президенттың отставкаға китеүен талап итәләр.

Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы Абхазияға сәфәргә сыҡмай торорға кәңәш итә. Әлеге ваҡытта унда булған рәсәйҙәргә Сит ил министрлығы һаҡ булырға, тәртипһеҙлектәр булған урындарға бармаҫҡа, мөмкин булһа, илдән сығырға тәҡдим итә.

Туроператорҙарға туристарға юллама һатыуҙы туҡтатып торорға, шулай уҡ турист хеҙмәттәре күрһәтеү шарттары үҙгәргәндә штраф ҡулланмаҫҡа кәңәш ителә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: был илдә тәртипһеҙлектәр башланды. Протест ацияһына яҡынаса 2,5 мең кеше сыҡҡан. Протест белдереүселәр, президенттың отставкаһын талап итә.

Фото: Башинформ.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: