Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Ноябрь , 16:00

Батареяға башы ҡыҫылған әбей тәүлек буйы ятҡан

Ә өйҙә ике улы ла булған...

Батареяға башы ҡыҫылған әбей тәүлек буйы ятҡан
Батареяға башы ҡыҫылған әбей тәүлек буйы ятҡан

Өфөлә 84 йәшлек оло ҡатын башы батареяға ҡыҫылған көйө тәүлек буйы ятҡан. Фатирҙа уның улдары ла булған, тик бер нисек тә ярҙам итмәгәндәр...

Әбейҙе ошондай хәлдә пенсия килтергән почтальон күреп ҡалып, тиҙ генә ҡотҡарыусыларға шылтыратҡан.

Урынға эҙләү-ҡотҡарыу отряды һәм хеҙмәт күрһәтеү ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре (батареялағы температураны кәметеү маҡсатында) килгән. Тик фатирға тиҙ генә инә алмағандар, биш минуттай торғас ҡына, ишекте ике һалмыш ир асҡан, һәм “үҙебеҙ ярҙам иттек инде” тигәндәр.

Ҡотҡарыусылар шулай ҙа эскә үткән, ә унда - радиатор эргәһендә - иҫһеҙ оло ҡатын ятҡан. Тиҙ арала “Ашығыс ярҙам” менән уны дауаханаға оҙатҡандар. Улдары әйтеүенсә, әсәләре кисәнән бирле шунда ятҡан. Бындай хәлдәрҙән Аллаһ үҙе һаҡлаһын...

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: