Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
26 Ноябрь , 22:00

Балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ: ҡыҙҙы үгеҙ һөҙгән, сусҡалар тешләгән...

Был ҡот осҡос хәл яңыраҡ, 23 ноябрҙә, була. Кис егете ҡыҙының өйөнә килә һәм М.-ды тапмайынса, хужалыҡ ҡаралтылары яғына күҙ һала. Ул һарай уртаһында ҡанға батҡан үҫмерҙе табып ала.

Балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ: ҡыҙҙы үгеҙ һөҙгән, сусҡалар тешләгән...
Балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ: ҡыҙҙы үгеҙ һөҙгән, сусҡалар тешләгән...

23 ноябрҙә Красноярск крайында ҡот осҡос фажиғә булған. Ата-әсәһе ҡалаға ит һатырға киткәс, 17 йәшлек М. аҙбарға мал-тыуарҙы ашатырға сыға. Ғаиләнең һыйыр малы ла, сусҡалары ла була.

Кис ҡыҙҙың егете уның өйөнә килә һәм М.-ды тапмайынса, хужалыҡ ҡаралтылары яғына күҙ һала. Ул һарай уртаһында ҡанға батҡан үҫмерҙе табып ала. Үгеҙҙәр кәртәһе буш, ә сусҡаларҙың бәләкәйҙәре кәртәләге тишектәрҙән ҡыҙ янына сыҡҡан була. Ҡыҙҙың башында һәм тәнендә теш эҙҙәре күренә.

Егет өлкәндәрҙе саҡыра, улар табиптарҙы саҡырта. Әммә һуң була – улар ҡыҙҙың үлемен раҫлай. Бисара һул боттағы ҡан тамыры йәрәхәтләнеү сәбәпле күп ҡан юғалтыуҙан вафат була.

Тәфтиш комитеты тикшереү барышында шуны асыҡлай. Уларҙың фаразынса, күрәһең, ике үгеҙ үҙҙәренең кәртәһенән ҡураның дөйөм коридорына сыға. Һәм береһе мөгөҙө менән ҡыҙҙың башын төкөй. Хужабикә аңын юғалта. Ергә ҡолаған ҡыҙҙың өҫтөндә үҙҙәренең кәртәһенән сығып, сусҡалар йөрөй, уны башын, аяғын тешләп бөтәләр. Бот артерияһы йәрәхәтләнгәс, иҫһеҙ ятҡан ҡыҙ күп ҡан юғалта һәм вафат була.

Үгеҙҙәр келәне үҙҙәре асып сыҡҡанмы, әллә ҡыҙ уларҙы ашатырға тип асҡанмы – билдәһеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында йәш ғүмер өҙөлә.

Мал-тыуарҙың холҡо нисек үҙгәрере билдәһеҙ. Һыйыр ҙа һауҙырмай сығынлап алғылай, һөҙөшә, тибешә. Үҙегеҙ өйҙә булмаһағыҙ, ҡайҙалыр китһәгеҙ, балаларығыҙға хужалыҡта эш ҡушҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫтәренә төшөрөгөҙ. Айырыуса үгеҙ, һыйыр, ат кеүек эре малды тәрбиәләгәндә һаҡ булһындар.

P.S. Материал баҫылыуға тағы бер фараз барлыҡҡа килде.  Тәфтиш комитеты күрше ирҙе ҡыҙҙың үлеменә сәбәпсе булыуҙа ғәйепләй. 40 йәшлек ир ҡыҙҙың атаһы етәкселек иткән хужалыҡта эшләгән һәм хужа менән низағлашҡан. Артабан, үс итеп,  уның малын һуймаҡсы булған. Һарайға ингәс, әлеге үҫмер ҡыҙ менән осрашҡан һәм ике тапҡыр уның башына һуҡҡан. Иҫен юғалтып ҡолаған ҡыҙҙың аяғын сусҡалар тешләп, ҡан тамырын өҙгән. Тикшереү дауам итә, хәл-ваҡиға асыҡлана.

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: