Әлегә уттың нимәнән сыҡҡаны билдәһеҙ.
Бөгөн көндөҙ Ҡыйғы районының Яуын ауылының ағас мәсетендә ут сығып, тотош майҙанын ялмап алған. Янғын һүндереүселәр урында эшләй.
Әлегә янғын сәбәбе билдәһеҙ, алдан фаразлау буйынса, электр сымынан булыуы ихтимал. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тикшереүсеһе янғын сәбәптәрен асыҡлай.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә!
Һыуыҡтар башланыу менән яғылған мейес, электр ҡорамалдарын ҡулланыу бермә-бер арта, шуға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ: яғылған мейесте, тоташтырылған электр ҡорамалдарын, газды ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, төҙөк булмаған приборҙар ҡулланмағыҙ, балаларҙың үҙҙәрен генә өйҙә ҡалдырмағыҙ.
Фото: ватсап.