Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Виктор Жульков Көнсығыш сығыу юлы буйлап йөрөү тәртибенә үҙгәрештәр индереү тураһында иғлан итте.
27 ноябрҙә журналистар менән осрашыуҙа чиновник пик сәғәттәрендә юлдың түләү пункттарында сираттар булыуын билдәләне. Был проблеманы транспондерҙар хәл итергә тейеш.
"Беҙ был мәсьәләне өйрәнәбеҙ. Ситке уң яҡҡа сығыу пунктын транспондерлы водителдәр өсөн эшләргә планлаштырабыҙ. Улар иҫәпләшкәс, шлагбаум шунда уҡ асыла, быға бик әҙ ваҡыт китә, – тип һөйләне Жульков.
Бынан алда Транспорт министрлығында билдәләүҙәренсә, киләсәктә Өфөнән Көнсығыш сығыу юлында транспондерлы водителдәр өсөн һәр йүнәлештә айырым тиҙлекле һыҙат ҡараласаҡ.
Мәғлүмәт һәм фото: https://ufatime.ru/news/180187-v-mintranse-soobschili-o-buduschih-izmenenijah-v-proezde-po-vostochnomu-vyezdu.html