Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
10 Декабрь , 20:00

Бер түгел, ике үлем...

Алдағы машинаны үтергә теләгән

Бер түгел, ике үлем...
Бер түгел, ике үлем...

Борай районында ҡапма-ҡаршы килгән ике автомобиль бәрелешкән. Кисә киске сәғәттәрҙә Башҡортостандың Борай районы трассаһында үлемесле авария теркәлгән. Geely Atlas автомобиле ҡаршы һыҙаттан елгән JAС автомобиле менән бәрелешкән. Һөҙөмтәлә бер кеше үлгән. Был хәл Иҫке Таҙлар ауылы янында  Борай - Иҫке Балтас юлында төнгө 23.00 сәғәттәрҙә булған. 30 йәшлек  Geely Atlas водителе алдағы машинаны үтергә ниәтләй, тик аҙағы бик аяныслы тамамлана: ул JAС менән бик ныҡ бәрелешә, икенсе иномарканың водителе шул урында уҡ һәләк була. Дәүләт автоинспекция хеҙмәткәрҙәре авария сәбәптәрен тикшерә.

Шулай уҡ тағы бер үлемесле авария Дыуан районында теркәлгән. Һикеяҙ -Семериковка автомобиль юлының беренсе километрында Datsun автомобиле юлдан осоп сығып әйләнеп киткән, тип хәбәр итәләр республика ДАИ-һында. Рулдә 42 йәшлек урындағы кеше була. Алдан фаразлауҙар буйынса, ир идараны юғалта. Бик көслө бәрелеүҙән водитель медицина ярҙамы килгәнсе үк йән бирә. Хоҡуҡ һаҡсылары был ваҡиға буйынса тикшереү алып бара.

Хөрмәтле водителдәр! Әлеге ваҡытта - юлдарҙа боҙлауыҡ, һеҙҙән бигерәк ныҡ иғтибарлылыҡ, уяулыҡ талап ителә. Һеҙ үҙегеҙҙең генә түгел, эргәгеҙҙәге, ян-яҡтағы кешеләрҙең ғүмере өсөн дә яуаплы икәнегеҙҙе онотмағыҙ.

Фото: Башҡортостандың дәүләт автоинспкцияһы.

Бер түгел, ике үлем...
Бер түгел, ике үлем...
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: