Биш кеше һәләк булған аварияға ҡатнашы булған водитель МХО-ға киткән.
Был турала “Честный репортаж” телеграм-каналында хәбәр ителә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: был ҡот осҡос авария быйыл апрелдә булғайны. ВАЗ-2115-тә ете кешенән торған компания таң менән Өфөнән юлға сыға. Эксперттар билдәләүенсә, ул сәғәтенә 117 километр менән елдерә. Шул уҡ ваҡытта коммуналь техника водителе лә, маневрҙың хәүефһеҙлегенә инанмайынса тороп, урта һыҙатҡа сығырға ынтыла. Авария мәле камераларға эләккән. Шәп килгән еңел автомобиль бейек техникаға барып инә. Һөҙөмтәһе бик аяныслы: биш кеше – өс егет һәм ике ҡыҙ ваҡиға урынында уҡ һәләк була. Бер йәш пар ғына иҫән ҡала, улар ҙа етди йәрәхәттәр ала.
Юл-транспорт һәләкәте факты буйынса енәйәт эше асылған, экспертизалар үткәрелгән. Аварияла һәләк булған ВАЗ водителе лә (ул эскән килеш рулдә ултырған, водитель танытмаһы булмаған, юғары тиҙлектә елгән), һыу һиптереүсе машина водителе лә (ул бер юлы дүрт һыҙатты һулға боролоуын күрһәткән сигналһыҙ үткән) ғәйепле тип табылған.
Әлеге көнгә билдәле булыуынса, коммуналь техника водителе махсус хәрби операцияға киткән. Шул сәбәпле енәйәт эше туҡтатылыуы ихтимал.
Фото: видеонан скриншот.