Уҡыусыларҙы алып китеп барған мәктәп автобусы Балтас районының Ташлыйылға ауылы янында юл һәләкәтенә осрай. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, ул бензовоз менән бәрелешә.
Салондағы 17 уҡыусының бишәүһен медицина тикшереүе үтеү өсөн алып китәләр, ә ике өлкән кешене дауаханаға һалалар. Автобустың тәҙрә быялалары ярылған, алғы яғы зыян күргән.
МЧС хәбәр итеүенсә, бензовоз водителе зыян күрмәй. Башҡа балаларҙы ата-әсәләре килеп ала. Юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәре тикшерелә.
Фото: "Честно говоря".