+21 °С
Болотло
Өфөлә 45 йәшлек Эльвира Таһир ҡыҙы Боровикова юғалған.
“БаРС” (БашРегионСпас) эҙләү-ҡотҡарыу отряды ирекмәндәре хәбәр итеүенсә, 2024 йылдың 22 декабренән уның ҡайҙалығы билдәһеҙ.
Билдәләре: буйы – 170 см, уртаса кәүҙәле, сәсе асыҡ-һоро, күҙҙәре һоро.
Өҫтөндә – йәшел куртка, ҡышҡы ҡара кроссовка, асыҡ төҫтә шапка.
Белеүселәр, күреүселәр булһа, 89373102112 йәки 112 һандарына шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото: БашРегионСпас.