Хәүефһеҙлек
30 Декабрь 2024, 15:00

Ата-әсәләре ҡайҙа булған?

Дүрт йәшлек баланың башы рәшәткәгә ҡыҫылып торған...

Ата-әсәләре ҡайҙа булған?Ата-әсәләре ҡайҙа булған?
Ата-әсәләре ҡайҙа булған?

Был ниндәй яуапһыҙлыҡ

Өфөнөң Менделеев урамындағы бер йортта ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән: дүрт йәшлек бала тәҙрә аша тышҡа сығам, тип башы менән рәшәткәгә ҡыҫылып ҡалған. Уның илағанын күршеләр ишетеп ҡалып, ваҡиға урынына ҡотҡарыусыларҙы саҡырал, бала өшөмәһен өсөн йылы әйберҙәр менән төрөндөрәләр.

Бәхеткә күрә, баланы ҡотҡарыусылар тиҙ арала ысҡындырып ала. Асыҡланыуынса, ата-әсәләре ике баланың үҙҙәрен генә өйҙә ҡалдырып, ҡайҙалыр киткән була, ҡотҡарыу эштәре тамамланыуға ла ҡайтып өлгөрмәйҙәр әле. Балаларҙы полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшыралар.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас