Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы Яңы йыл каникулы осоронда йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса саралар күрә.
Яңы йыл һәм Раштыуа байрамы менән бәйле республика полицияһы халыҡтың именлеген тәьмин итеү һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса тейешле саралар күрә. Башҡортостан Эске эштәр министрлығы республика халҡына һәм ҡунаҡтарына яңы йыл байрамдарында уяу булыу кәрәклеге хаҡында иҫкәртә.
Пиротехник изделиелар ҡулланғанда хәүефһеҙлек сараларын үтәгеҙ! Спиртлы эсемлектәр менән мауыҡмағыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: иҫерек кеше законды боҙоп ҡына ҡалмай, ә үҙе лә енәйәт йәки бәхетһеҙ осраҡ ҡорбаны булыуы ихтимал. Ата-әсәләр, бәлиғ булмаған балаларҙы халыҡ күп йыйылған урындарҙа күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ.
Хөрмәтле граждандар! Һуңғы көндәрҙә мутлашыусыларҙың йоғонтоһо, шул иҫәптән ҡорбандарҙы законһыҙ ғәмәлдәргә мәжбүр итеү факттары теркәлә. Яҡындарығыҙҙы, тәү сиратта йәштәрҙе һәм ололарҙы, ошондай хәүеф тураһында иҫкәртегеҙ! Әгәр һеҙгә дәүләт органдары, финанс учреждениелары, кәрәҙле элемтә операторҙары йәки “Дәүләт хеҙмәттәре" порталы вәкилдәре шылтыратһа, һөйләшмәгеҙ. Үҙегеҙҙе алдарға мөмкинлек бирмәгеҙ. Әгәр һеҙ мутлашыу ҡорбаны булһағыҙ йәки һеҙҙе енәйәт ҡылырға этәрһәләр, шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итегеҙ!
Әгәр һеҙ енәйәт йәки хоҡуҡ боҙоу тураһында белһәгеҙ, шулай уҡ шикле әйбер һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр асыҡланһа, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы был хаҡта яҡындағы полиция патруленә йәки күрһәтелгән телефондарҙың теләһә ҡайһыһына хәбәр итеүҙәрен һорай:
- БР буйынса Эске эштәр министрлығының дежур часы - (347) 279-39-02;
-БР буйынса Эске эштәр министрлығының ышаныс телефоны - (347) 279-32-92; 02 (кәрәҙле телефондан- 102).
Бөтә телефондар ҙа тәүлек әйләнәһенә эшләй.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Наил Рәжәпов фотоһы.