Ҡазанда студент ҡыҙ тюбингта шыуған ваҡытта бәрелеп һәләк булған.
Шыуыу өсөн ҡыҙ экстремаль ысулды һайлаған: әхирәтенең автомобиле бамперына бәйләнгән тюбингта ҡасаба буйлап йөрөгән. Бәләгә тарыу тураһында уйламағандарҙыр ҙа инде: бер боролошта шәп килеп бағанаға бәрелеп кенә, алған йәрәхәттәренән ҡыҙ шунда уҡ һәләк булған.
Эске эштәр министрлығының Татарстан Республикаһы буйынса дәүләт хеҙмәте идаралығы машина хужаһына юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоп, кеше үлеменә килтереү факты буйынса енәйәт эше асҡан.
Фото: видеонан скриншот.