Хәүефһеҙлек
21 Ғинуар 2025, 11:25

Машинаһын һатып, аҡсаһын мутлашыусыларға тотторған

Аферистар тәүҙә пенсионерға аҡса ебәрергә бойорған, һуңынан машинаһын һатып, кредит рәсмиләштерергә ҡушҡан.

Машинаһын һатып, аҡсаһын мутлашыусыларға тотторғанМашинаһын һатып, аҡсаһын мутлашыусыларға тотторған
Машинаһын һатып, аҡсаһын мутлашыусыларға тотторған

Өфөлә йәшәүсе 65 йәшлек ҡатынға билдәһеҙ кеше шылтырата. Ул диспансеризация тураһында һорашып, СНИЛС-тың номерын әйтергә ҡуша. Пенсионер тәүҙә шикләнһә лә, барыбер мәғлүмәттәрҙе бирә. Һуңынан әңгәмәсеһе СМС-тағы кодты һорағас, зыян күреүсе шунда уҡ трубкаһын һала.
Бер нисә минуттан тағы шылтыраталар. Был юлы билдәһеҙ кеше үҙен Росфинмониторинг хеҙмәткәре тип таныштыра. Ул пенсионерҙың картаһы мәғлүмәттәре мутлашыусыларҙың ҡулына эләгеүен хәбәр итә. Шулай уҡ ул картаның һәм сумманың "хәүефһеҙ иҫәп"тә булыуын, бер ниндәй ҙә шик тыумаһын өсөн банк ҡушымтаһында һандарҙың үҙгәреүен һөйләй.

Кредит рәсмиләштереүгә юл ҡуймаҫ өсөн, мутлашыусы пенсионерға кредит алырға тәҡдим итә. Сумманы енәйәтселәр һораған кеүек күрһәтергә ҡуша. Ҡатынға аҡсаны картаға (һуңғараҡ алып килергә тейешле) күсерергә ҡушалар, ә виртуаль версияһына шунда уҡ инеп була, тип мутлашалар. Уларға ышанып, Өфөлә йәшәүсе мобиль ҡушымтаны үҙенә күсереп, виртуаль карта аша 170 мең аҡсаны тейешле иҫәпкә күсерә. Бынан һуң пенсионер бер нисә банкка барып, кредиттар, кредит карталары рәсмиләштерә һәм мутлашыусылар иҫәбенә тағы 100 мең һумдан ашыу аҡса күсерә.Тик енәйәтселәр бының менән генә туҡтап ҡалмай: улар ҡатынға машинаһын һатып, аҡсаны махсус иҫәпкә күсерергә ҡуша. Шул уҡ ваҡытта автомобилде тиҙ арала кире ҡайтарасаҡбыҙ, тип ышандыра. Һөҙөмтәлә ҡатын һатып алыусы таба, машинаһын һатҡас, килгән аҡсаны күрһәтелгән иҫәпкә күсерә.

Һуңғараҡ ҡатын мутлашыусыларҙан машинаһы тураһында һорарға була. Уға яуап итеп автомобилдең штрафстоянкала булыуын әйтәләр. Ул тыныслана, әммә аҙаҡ телевизорҙан ошо хәлгә оҡшаған сюжет күргәс, тоҙаҡҡа эләгеүен аңлай.

Мутлашыу билдәләрен белһәгеҙ, бындай хәлдәрҙән ҡотолорға мөмкин. Беренсенән, әгәр шылтыратыу таныш булмаған номерҙан килә һәм әңгәмәсе шәхси мәғлүмәттәр талап итә икән, һәр ваҡыт хәүефләнергә кәрәк. Икенсенән, үҙҙәрен “белгес” тип таныштырған һәм хәүеф һылтауы менән ашығыс эш итеүҙе талап иткән сит кешеләргә ышанырға ярамай. Мутлашыусылар йыш ҡына ҡурҡытыуҙы һәм баҫымды ҡулланып, ҡорбанды тиҙ һәм уйламайынса эш итергә мәжбүр итә. Өсөнсө кәңәш: мәғлүмәтте үҙ аллы тикшерегеҙ. Әгәр кемдер һеҙҙең иҫәп менән бәйле проблемалар тураһында хәбәр итһә, банкҡа рәсми телефон номеры буйынса үҙаллы шылтыратыу йәки хәлдең дөрөҫлөгөн раҫлау өсөн бүлексәгә барыу яҡшыраҡ.

Сығанаҡ: БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Фото: Башинформ.

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас