Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 26 ғинуарҙа Ейәнсура районында, Ира – Магнитогорск автомобиль юлының 250 километрында, 29 йәшлек ҡатын “Ленд Ровер” автомашинаһына идара иткәндә, әлегә билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында ҡаршы һыҙатҡа сыға. Унда ул “Хундай Солярис“ автомашинаһы менән бәрелешә.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә “Хундай Солярис“ автомобиле рулендә булған 32 йәшлек водитель ваҡиға урынында вафат була.
“Ленд Ровер” водителе ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.
Полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.
Фото: @bash_gibdd