Хәүефһеҙлек
15 Февраль 2025, 07:30

Таксиҙағы ете пассажирҙың береһе һәләк булған

Өфөнән юлға сыҡҡан микроавтобус ни сәбәптәндер юлдан ситкә сығып оса һәм түңкәрелә.

Таксиҙағы ете пассажирҙың береһе һәләк булғанТаксиҙағы ете пассажирҙың береһе һәләк булған
Таксиҙағы ете пассажирҙың береһе һәләк булған

Төндә Өфөнән Ырымбур трассаһы буйлап юлға сыҡҡан "Ниссан" микроавтобусы юл фажиғәһенә тарыған. Унда ете пассажир була. Күрәһең, транспорт такси хеҙмәтен үтәгән.

41 йәшлек водитель боролошта машинаға идара итә алмайынса, автомобиль юл ситендәге канауға ауа. Һөҙөмтәлә бер пассажир һәләк була, йәрәхәттәр алған өс кешене Күмертау ҡалаһы дауаханаһына алып китәләр.

Фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Әммә былай ҙа билдәле: төн уртаһы, иғтибар кәмегән, водитель ҡабалана... Ни хәтлем генә һуң булмаһын, һинең өҫтә пассажирҙар өсөн яуаплылыҡ ятҡанын оноторға ярамай. Һуң булһа ла, уң булһын. Өҫтәүенә кеше ғүмере өҙөлдө. Ғаиләһенә уңалмаҫ ҡайғы килде.

Водителдәр, ҡабаланмағыҙ! Иғтибарлы булығыҙ, тиҙлекте арттырмағыҙ.

Фото: БР ЮХХДИ .

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас