Хәҙер беҙҙең кешеләргә сиктәр юҡ: теләһә, Урта диңгеҙгә ялға оса, теләһә - Ҡыҙыл диңгеҙгә. Тик уларҙа хәүефле балыҡ акула йәшәгәнен онотоп китәләр. Бына әле лә ике ватандашыбыҙ һыуҙағы йыртҡыстарҙан ҡасып ҡотолған, икәүһе акулалар ҡорбаны булған. Ә бит был урында бер йыл инде ундай ҡурҡыныс осраҡ теркәлмәгән.
Дүрт Рәсәй турисы Филиппин утрауҙары буйындағы диңгеҙҙә дайвинг - һыу аҫтында йөҙөү менән шөғөлләнгән. 57 йәшлек Эдуард Перигудин һәм уның 18, 29 йәшлек Тимофей, Илья тигән улдары, шулай уҡ Максим Мелехов.
Кисә көндөҙ улар Батангас курортында Лусон утрауы тирәһендә йөҙөү менән шөғөлләнә. Әммә һыу ағымы туристарҙы һәм инструкторҙы кәмәнән ситкә, төпкәрәк алып китә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шунда уларға акулалар һөжүм итә. Ҡотҡарыусылар һыуҙан алып сыҡҡанда Ильяның ике ҡулы ла булмай, яҡында иһә йыртҡыс балыҡтар йөҙөп йөрөй. Максимды бынан бер сәғәт элек табып, дауаханаға оҙатһалар ҙа, ул күп йәрәхәттәрҙән табиптар ҡулында вафат була.
Эдуард Перигудин һәм уның кесе улы Тимофей, шулай уҡ дайвинг буйынса инструктор һыу өҫтөнә күтәрелеп, кәмәгә менеп ҡотолоп ҡала.
Шуныһы: Филиппинда акулаларҙың кешегә һөжүм итеүе бик һирәк. Һәр хәлдә һуңғы бер йылда ундай осраҡ теркәлмәгән. Рәсәй туристарының ошондай хәлгә тарыуы аяныслы бәхетһеҙ осраҡ.
Беҙҙең граждандар көньяҡҡа ялға йөрөргә бик ярата, әммә хәүефһеҙлек саралары тураһында онотоп ташлай. Ә акулалар Египетта ғына түгел, Төркиәлә лә бар. Айырыуса Белек, Аланья, Сиде, Анталия, Кемер, Мәрмәрис, Чешме, Бодрум, Кушадасы, Фетхие курорттарында һаҡ булырға кәрәк.
Сығанаҡ һәм фото: Филиппин яр буйы һағы (PCG)/AFP