Өфөнөң Черниковка биҫтәһе һәм Максимовка ауылы халҡын бөгөн төндә көслө шартлау тауышы уятҡан. Йорттар һелкенеп ҡуйған. Шартлау хатта Сипайловола һәм Иглинда ла ишетелде тиҙәр.
Баш ҡаланың төньяғында, Бөрө трактында урынлашҡан заводтарҙың береһендә - "Өфөоргсинтез"да ике шартлау яңғыраған. Артынса янғын башланған. Интернетта быны раҫлаған видеояҙмалар таралды.
Хәлгә нимә сәбәпсе булғаны билдәһеҙ. Рәсми сығанаҡтарҙың аңлатмаһын көтәбеҙ. Орджоникидзе район хакимиәте башлығы әйтеүенсә, 100 квадратта ут сыҡҡан, водород яна.
Фото: @zilimov