Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
14 Март , 00:35

Йылылыҡ трассаһында зыян күргән урындар табылған

Был участка кәртәләнеп, тергеҙеү эштәре алып барыла. Авария бригадалары боҙолған ерҙәрҙе эҙләүен дауам итә.

Йылылыҡ трассаһында зыян күргән урындар табылған
Йылылыҡ трассаһында зыян күргән урындар табылған

Өфөнөң Баҡалы урамында “Өфө инженерлыҡ селтрҙәре” муниципаль унитар предприятиеһы (ӨИС МУП) хеҙмәткәрҙәре йылылыҡ трассаһында зыян күргән урынды тапҡан. Был участка кәртәләнеп, тергеҙеү эштәре алып барыла. Авария бригадалары боҙолған ерҙәрҙе эҙләүен дауам итә.

Шул уҡ ваҡытта 27-се ҡаҙанлыҡ эшкә әҙерләнә. Әгәр башҡа урында зыян булмаһа, йылы объекттарға элекке тәртиптә бирелә башлай. 160-тан ашыу йорт һәм социаль әһәмиәтле объект, шул иҫәптән туғыҙ балалар баҡсаһы һәм өс мәктәп 23-сө ҡаҙанлыҡҡа, 301, 302 һәм 308-се үҙәк йылытыу пунктына  күсерелгән. Ҡалған социаль, мәктәпкәсә һәм белем биреү объекттары, шулай уҡ күп фатирлы йорттарҙағы хәлдәр ҙә ҡарала.

Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ӨИС МУП-тың үҙәк диспетчер хеҙмәтенә килеп, ваҡиға менән ныҡлап танышты. Йылылыҡты тергеҙеү буйынса эштәр дауам итә.

Мәғлүмәт: https://vk.com/wall-62298989_308031

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: