Хәүефһеҙлек
25 Март 2025, 16:05

Аҙау ауылы халҡы көнкүрешен тәртипкә килтерә башлаған

Бөгөнгө брифингта ташҡындан зыян күреүселәргә ярҙам саралары тураһында ла һүҙ барҙы. 

Аҙау ауылы халҡы көнкүрешен тәртипкә килтерә башлағанАҙау ауылы халҡы көнкүрешен тәртипкә килтерә башлаған
Аҙау ауылы халҡы көнкүрешен тәртипкә килтерә башлаған

Быйылғы ташҡындан иң ҙур зыян күргән ауыл Архангел районының Аҙау ауылы булды. 200-ҙән ашыу кеше йәшәгән ауылда һыу һәр йортҡа тиерлек инде, кешеләр бер нисә көн дауамында урындағы мәктәптә йәки туғандарында йәшәп торорға мәжбүр булды, күптәрҙең мал-тыуары зыян күрҙе. Ололар әйтеүенсә, бындай ташҡын был төбәктә 1963 йылдан алып булмаған.

“Ташҡын-2025” темаһына арналған брифингта Аҙау ауылындағы бөгөнгө хәлдәр тураһында Архангел районы хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин хәбәр итте. Иң ауыр мәл арта ҡалды, хәл-торош яйлана, һыу кимәле кәмей, кешеләр йорт-ҡураһын тәртипкә килтереү менән булыша башланы, тип һөйләне хакимиәт башлығы.

– Ауыл халҡы иң кәрәкле тауарҙар, аҙыҡ-түлек, эсәр һыу менән тәьмин ителгән. Әлеге ваҡытта күрелгән зыян күләмен билдәләү буйынса эш дауам итә. Әлеге ваҡытта кешеләргә йылы мөнәсәбәт, улар был бәлә менән яңғыҙ ҡалмаясаҡ, мотлаҡ ярҙам буласаҡ тигән ышаныс мөһим, – тине Айрат Зәкир улы.

Брифинг барышында Аҙауҙағы хәлдәргә спикерҙар ҙа ентекле туҡталды. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары ҡотҡарыусылар урында эшләүен дауам итә, тип белдерҙе.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса 14-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу отряды начальнигы Вячеслав Ефремов брифинг барышында Архангел районының Аҙау ауылында хәлдең тотороҡло булыуын хәбәр итте. Инйәр йылғаһында һыу кимәле кәмеүен дауам итә: тәүлек эсендә 12 см-ға түбәнәйеп, 200 см-ға тиклем төшкән.Ташҡын башланғандан алып һыу 268 сантиметрға кәмегән. Әлеге ваҡытта урында 45 кеше һәм 21 берәмек техника эшләй. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре йорт яны биләмәләренән һыуҙы һурҙыра, бөтәһе 107 участканан 2000 кубометр самаһы һыу һурҙырылған. Шулай уҡ 60 һыу ағыҙыу каналы таҙартылған.

Фото: МЧС.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас