Әлеге ваҡытта республиканың бөтә гидротехник ҡоролмалары ҡәнәғәтләнерлек хәлдә һәм ташҡынды үткәреүгә әҙер, тип белдерҙе Башҡортостан юлдаш телеканалы брифингында БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.
Республиканың иң ҙур һыуһаҡлағыстары – Павловка, Йомағужа, Нөгөш һыуһаҡлағыстары тултырыу режимында эшләй, тип билдәләне ул. Авария ҡурҡынысы юҡ. Мәҫәлән, Көньяҡ зона буйынса Юшатыр, Көйөргәҙе һыуһаҡлағыстары тултырыла. Урал зонаһы буйынса Әүжән, Ҡағы, Үҙән, Тирлән һыуһаҡлағыстары тулған, уларҙан транзит алымында һыу ағыҙыла. Көнбайыш зона буйынса Шаран һыуһаҡлағысы тултырылған, транзит һыу үткәргес бар. Туймазы, Йәрмәкәй, Ауырғазы һыуһаҡлағыстары тултырыла. Урал аръяғындағы һыуһаҡлағыстар ҙа даими контролдә тотола, Таналыҡ, Һаҡмар, Матрай, Сибай ҡалаһын янындағы Төйәләҫ йылғаһындағы һәм башҡа бәләкәйерәк һыуһаҡлағыстар тулған, Аҡъяр, Быҙаулыҡ һыуһаҡлағыстары тулыу өҫтөндә.
- Бөтә һыуһаҡлағыстар ҙа ғәҙәти режимда эшләй. Ташҡын осоронда бөтә яуаплы хеҙмәттәрҙең һәм ведомстволарҙың үҙ-ара килешеп эш итеүе мөһим булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алырға теләйем. Яҙғы ташҡынды аварияһыҙ үткәреүгә әҙерлек эштәрен айырым контролдә тотабыҙ, - тип билдәләне Нияз Фазылов.
Фото: МЧС.