Хәүефһеҙлек
4 Апрель 2025, 05:20

Биш көндән генә кәүҙәһен тапҡандар

Ватандашыбыҙ менән бергә тағы дүрт кеше юҡҡа сыҡҡан...

Биш көндән генә кәүҙәһен тапҡандарБиш көндән генә кәүҙәһен тапҡандар
Биш көндән генә кәүҙәһен тапҡандар

Март аҙағында Азияла – Мьянма илендә ер тетрәгәйне. Көсө 7,7 балл булған ғәрәсәт күп йорттарҙы емерҙе, кешеләрҙе һәләк итте.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар араһында бер Рәсәй кешеһе лә бар. Һәм ул күптәр уйлағанса турист түгел, ә уҡытыусы. Михаил Казанцев шәхси урта мәктәптә математиканан уҡытҡан. Ул башҡа сит ил уҡытыусылары менән бергә күп ҡатлы йортта йәшәгән.

Ер тетрәгәндән алып Михаил Казанцев хәбәрһеҙ юғалған һанала ине. Биш көн үткәс, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, емереклектәр аҫтынан йәнһеҙ кәүҙәһен генә таптылар. Уның менән бергә Көньяҡ Африка Республикаһы һәм Филиппиндан дүрт сит ил уҡытыусыһы ла юҡҡа сыҡҡан.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Мьянмала һәләк булғандар һаны 3085 кешегә еткән, тағы 4715 кеше зыян күргән. Емереклектәр тикшерелеп бөтмәгән әле. Рәсәй ҡотҡарыусылары ла ярҙамлаша.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас