Киләһе ике көндә һауа торошоноң боҙолоуы тураһында иҫкәртә республика халҡын Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идаралығы. Көслө ел сыға, ҡар ҡатыш ямғыр яуа.
Бөгөн кистән иртәгә сәғәт киске 8-ҙәргә тиклем, шулай уҡ 6 апрель көн аяҙлы-болотло була. Урыны менән бер аҙ ямғыр яуа, төндә ҡайһы бер райондарҙа ҡар яуыуы ихтимал. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә, көндөҙ 18 метр тиҙлеккә лә етә.Ошоға бәйле экстрен хеҙмәттәр көслө шторм булыуы тураһында иҫкәртә.
Метеорологтар мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн төндә һауа температураһы 0...+5 градус, төньяҡ райондарҙа -5 градус, көндөҙ +14...+19, төньяҡ райондарҙа +9 градус йылы була. Ямғыр яуғанда юлдарҙың айырым учаткаларында күреү мөмкинлеге 1-2 км-ға ғына етә.
Өфөлә лә көслө ел сығыуы фаразлана (секундына 5-10 метр, урыны менән 18 метр). Төндә +3...+5 градус, көндөҙ +16...+18 градус йылы.
Ләйсән Үтәғолова фотоһы.