+21 °С
Болотло


Бөгөн социаль селтәрҙәрҙәге чаттарҙа Баймаҡ районының Ҡуянтау ауылы янында батҡыл урындан сыға алмай ятҡан һыйырҙың фотоһүрәте таралды. "Кемдең һыйыры икән? Сыға алмай ята", тип яҙҙылар. Мал ошо Ҡуянтау ауылы кешеһенеке булып сыҡҡан. Тиҙҙән күмәк көс менән малҡайҙы сығарып алғандар. Бәхеткә күрә, барыһы ла яҡшы тамамланған.
Фото: Ҡуянтау ауылы чатынан.