

Кемдәргәлер бөгөнгө көн ҡайғылы хәбәрҙән башланды. Төндә Яңауылдағы бер йортта янғын сығып, кеше һәләк булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары мәғлүмәте буйынса, утты ярты сәғәт эсендә ауыҙлыҡлағандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны һүндергәндән һуң аш бүлмәһендә 77 йәшлек хужабикәнең йәнһеҙ кәүҙәһен тапҡандар. Тикшереү- оператив төркөм фажиғә урынында янғын сәбәптәрен асыҡлай.
Ҡотҡарыусылар иҫкәртә: төҙөк булмаған электр, газ ҡорамалдарын, мейестәрҙе ҡулланмағыҙ, түшәктә тәмәке тартмағыҙ, уны һүндермәйенсә ташламағыҙ, ныҡ ололарҙы һәм балаларҙы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ, даими аңлатыу алып барығыҙ, ут менән һаҡ эш итегеҙ.
Фото: ГУ МЧС РФ по РБ.