

Башҡортостанда янғын иҫкәрткесте 15 льготалы категория ала, тине республика Премьер-министры Андрей Назаров хөкүмәттең һуңғы ултырыштарының береһендә.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты тәҡдиме буйынса, уларға тағы бер категорияны — яугирҙәр ғаиләләрен өҫтәү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Әлегә тиклем янғын иҫкәрткес ҡорамалды алыу хоҡуғына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы үҙе генә эйә ине, ә хәрбиҙәрҙең ғаиләләре льготалылар иҫәбенә инмәне. Ошоноң менән бәйле дәүләт комитеты “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре” тигән яңы льготалы категория индереү тураһында ҡарар проектын әҙерләне, ул Ватанды һаҡлаусылар йылы һәм МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы сараларын тормошҡа ашырыуҙың бер өлөшө буласаҡ, тип билдәләй төбәк хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Программа ғәмәлдә булған осорҙа республика халҡына 665 меңдән ашыу янғынға ҡаршы мини-сирена бушлай бирелгән, улар 1,2 меңдән ашыу кешене ҡотҡарған.
Фото: Госкомитет РБ по ЧС.
https://resbash.ru/news/care/2025-04-24/v-bashkirii-semyam-uchastnikov-svo-besplatno-vydadut-pozharnye-izveschateli-4211841