Хәүефһеҙлек
30 Апрель 2025, 15:15

11 йәшлек малай саҡ ҡалған...

Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ

11 йәшлек малай саҡ ҡалған...11 йәшлек малай саҡ ҡалған...
11 йәшлек малай саҡ ҡалған...

11 йәшлек малайҙы ҡотҡарғандар

Бөгөн Өфөлә Ҡашҡаҙан күлендә 11 йәшлек малай саҡ батмай ҡалған. Ул күлгә яҡын йөрөп ятҡанда баҫманан ҡулын һыуларға теләгән. Эйелгән сағында һыуға ҡолап төшкән. Үтеп барыусылар мәлендә күреп ҡалып уны тартып сығарған. Был турала ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығында хәбәр итәләр.

Ҡурҡҡан һәм ныҡ өшөгән малайҙы ҡотҡарыусылар тиҙ ярҙам хеҙмәткәрҙәренә тапшырған. Фараздар буйынса, уҡыусы урамда үҙе генә - ололар күҙәтеүенән тыш йөрөгән.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас