Хәүефһеҙлек
14 Май 2025, 18:25

Үлгән атаһы исеменән эш иткән...

Мәрхүмдең телефоны аша

Үлгән атаһы исеменән эш иткән...Үлгән атаһы исеменән эш иткән...
Үлгән атаһы исеменән эш иткән...

Стәрлетамаҡтан 40  йәшлек ир аҡса менән мутлашыуы өсөн хөкөм ителгән.

Ул атаһын ерләгәндән һуң, уның телефонынан мәрхүмдең персональ мәғлүмәттәрен файҙаланып, 10 микрофинанс ойошмаһына аҡса алыу өсөн ғариза ебәрә. Атаһының иҫәбенә дүрт ойошманан 36 мең һумдан күберәк аҡса килә. Мутлашыусы уны үҙе теләгәнсә туҙҙыра. Әлбиттә, был мутлыҡ тиҙ үк асыла.

Суд ултырышында ул ғәйебен танып, үкенеүен белдергән. Суд уға 110 мең һум штраф түләтергә тигән ҡарар сығарған.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас