

Башҡорт йырсыһы Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей) саҡҡа иҫән ҡалған. Ул үҙенең соиаль селтәрендә бәйләнешкә сығып, юл-транспорт ваҡиғаһына тарыуы тураһында һөйләгән.
Артистың машинаһының тәгәрмәсе шартлаған. Һәм саҡ юлдан алып ташламаған. Мөғжизә менән иҫән ҡалдым, тигән ул.
Радик ныҡ ҡурҡҡанын хәбәр иткән: «Минең менән беренсегә шулай булды. М12 трассаһында ҙур тиҙлектә китеп барғанда тәгәрмәсем шартланы. Бампер ҙа ысҡынды. Рулде саҡҡа бороп өлгөрҙөм».
Әйткәндәй, Юлъяҡшиндың машинаһы ҡышҡы тәгәрмәстә булған. Ә ул йомшағыраҡ. Ҡышҡыһын йәйге резинала йөрөү ҡурҡыныс булған кеүек, йәй ҙә ҡышҡы резинала йөрөү хәүефле.
Йырсы юл хеҙмәтен саҡырта. Улар килеп тәгәрмәсен алмаштырып, ярҙам итеп ебәрәләр.
Иғтибар: водитель, ҡышҡы тәгәрмәсеңде алмаштыр!
Фото: видеонан скриншот.