

Зиплайнда өс-дүрт минут осоу 1500-2000 һум тора. Был адреналин өҫтәгән аттракционда шыуып төшөргә теләгәндәр кәмемәй. Тәүҙә ҡурҡыныс кеүек, ә аҙаҡ ниндәйҙер еңеллек, дәрт, кәйеф барлыҡҡа килә.
Өфө янындағы Аҡбирҙе ҡасабаһында ла теге ҡыҙ шулай уйлағандыр. Әммә көтөлмәгән хәл була: инде имен-аман арауыҡты осоп үттем тигәндә ул бәләгә тарый: тормоз тотмағас, ҙур тиҙлектә тимер конструкцияға барып бәрелә, арҡан өҙөлөп китә, һәм ул ергә ҡолап төшә. Һөҙөмтәлә терһәген һындыра, һөйәге урынынан шылып китә, тәрән яра ала.
Хәҙер ҡыҙҙы оҙайлы дауаланыу көтә. Ул полицияға ғариза яҙған.
Фото: видеонан скриншот.