Хәүефһеҙлек
18 Июнь 2025, 10:45

Мутлашыусылар интернет тиҙлеген бушлай арттырырға тәҡдим итә...

Бер үк ышана күрмәгеҙ!  

Мутлашыусылар интернет тиҙлеген бушлай арттырырға тәҡдим итә...Мутлашыусылар интернет тиҙлеген бушлай арттырырға тәҡдим итә...
Мутлашыусылар интернет тиҙлеген бушлай арттырырға тәҡдим итә...

Һеҙгә шылтыратып, интернет тиҙлеген бушлай арттырырға тәҡдим итһәләр, трубканы һалығыҙ. Был мутлашыусыларҙың яңы схемаһы: улар элемтә сифаты тураһында белешә һәм уны махсус ҡушымта ярҙамында яҡшыртырға тәҡдим итә.

Ҡушымтаны телефонығыҙға күсереп алғандан һуң, енәйәтселәр ҡулланыусының банк иҫәбенә инә аласаҡ.

Һөйләшеү барышында мутлашыусылар телефонығыҙҙың экранын күрһәтеү режимын ҡабыҙыуҙы һорауҙары ихтимал. Шулай итеп, улар СМС-кодтарҙы күрә һәм ҡорбандарҙың иҫәбенән аҡсаны еңел генә ала.

Хәүефһеҙлек маҡсатында шикле һылтанмалар буйынса үтмәгеҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас