

Башҡортостан юлдаш телеканалында үткән йәйге осорҙа хәүефһеҙлек мәсьәләләренә арналған брифинг барышында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығының 40-сы янғын-ҡотҡарыу часы ҡарауылы командиры Азат Тимербулатов, тура бәйләнешкә сығып, һыуға батыусыға беренсе ярҙам күрһәтеү тураһында һөйләне һәм күрһәтмә материалдар ярҙамында ғәмәли белем дә бирҙе.
– Иң тәүҙә кешене һыуҙан сығарып, тигеҙ урынға һалырға, арҡаһына әйләндереп, тын аламы-юҡмы икәнен асыҡларға кәрәк. Башын аҙ ғына артҡа йүнәлтеп, ҡолаҡты ауыҙ һәм танау тәңгәленә терәп, 20-гә тиклем һанарға һәм тын алышын тойомларға тырышығыҙ, ә ҡарашығыҙ менән күкрәк ситлеге күтәреләме-юҡмы икәнен күҙәтегеҙ.
Ҡайышын, кәүҙәһен ҡыҫҡан башҡа әйберҙәрен сисегеҙ. Артабан усығыҙҙың аҫҡы өлөшө менән күкрәк тәңгәленә баҫып, йөрәк-үпкә реанимацияһы яһағыҙ.
Ус менән генә 30 тапҡыр баҫыуҙан башлайбыҙ. Баҫыуҙың тәрәнлеге 5 сантиметрға тиклем. Тиҙлек – минутына 100-110 тапҡыр баҫырға. Был - бик тиҙ, ябай булмаған, физик йәһәттән ауыр эш. Әгәр ярҙамсылар булһа, тик яҡшыға ғына.
Йөрәк-үпкә реанимацияһы тәүге 30 минутта үткәрелә. Әгәр бәләгә тарыусы иҫенә килһә, уны ҡабырғаһына һалып, ашығыс ярҙамдың килеүен көтөгөҙ. Табиптар килгәнгә тиклем ҡаза күреүсенең эргәһендә булығыҙ, – тип һөйләне Азат Тимербулатов.
Фото: fotobank02.ru