Хәүефһеҙлек
24 Июнь 2025, 15:10

Талпан йәй дауамында әүҙем

Әлегәсә 7829 кеше зыян күргән. Нисек һаҡланырға? 

Талпан йәй дауамында әүҙемТалпан йәй дауамында әүҙем
Талпан йәй дауамында әүҙем

Беҙҙең республика талпан энцефалиты менән сирләү буйынса эндемик биләмә булып һанала. Йәйге осорҙа талпандарҙан зыян күреүселәр йыш теркәлә. 20 июнгә ҡарата төбәктә 7829 кеше, шул иҫәптән 2778 бала медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән.

Талпандар таратҡан инфекциялар менән сирләүҙе кәметеү маҡсатында республикала иҫкәртеү һәм эпидемияға ҡаршы саралар комплексын үткәреү ойошторола. Ағымдағы йылдың 20 июненә ҡарата республикала акарицид эшкәртеүҙәрҙең сифатын һәм һөҙөмтәлелеген контролдә тотоу менән талпанға ҡаршы саралар 4050,1 гектар майҙанда, шул иҫәптән балалар һауыҡтырыу лагерҙары биләмәһендә – 1322,5 гектар, Өфө ҡалаһы территорияһында – 1208,6 гектар, парк һәм скверҙар 555 гектар ерҙә үткәрелгән.

Тәбиғәттә булғанығыҙҙа, был бөжәктәрҙән һаҡланыу сараларын тәьмин итегеҙ. Кейемде, баш кейемен һәм аяҡ кейемен дөрөҫ һайлау мөһим. Талпандар һикермәй һәм осоп йөрөмәй, ә үләндә йәки ботаҡта торған ерҙән кейемгә йәбешә, шуға күрә тәндең асыҡ урындары ни тиклем аҙ булһа, тешләү мөмкинлеге лә шул тиклем кәмерәк була. Тығыҙ туҡыманан тегелгән кейем һайлағыҙ. Асыҡ һәм бер төҫлө кейемгә өҫтөнлөк бирегеҙ – унда талпандарҙы күреү еңелерәк. Кейемде эшкәртеү өсөн махсус акарицид һәм репеллент саралар ҡулланығыҙ.

Урмандан сәскә йыйып алып ҡайтыу кәңәш ителмәй ителмәй, сөнки улар менән өйөгөҙгә талпандар ҡайтыуы мөмкин. Шулай уҡ йорт хайуандарын даими тикшереп тороғоҙ, улар ҙа талпанды йортҡа алып ҡайтыуы ихтимал.

Тәнегеҙгә ҡаҙалған талпан тапһағыҙ, уны алыу өсөн медицина ойошмаһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әгәр бындай мөмкинлек булмаһа, уны ипләп кенә бороп йәки еп менән алып ташлағыҙ. Үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ (тән температураһының күтәрелеүе, ауырыуҙың барлыҡҡа килеүе), медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итегеҙ.

Талпанды Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияһына һәм уның филиалдарына мөмкин тиклем иртәрәк тапшырырға кәрәк. Талпанды тикшереү һөҙөмтәләренә дауалау тактикаһы бәйле. Лабораторияларҙың адрестарын һәм эш графигын сайтта белергә мөмкин, һылтанма: sesufa.ru.

Фото: “Башинформ” агентлығы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас