Хәүефһеҙлек
24 Июнь 2025, 06:00

Тиҙҙән көндәр йылыныр. Ҡайҙа һыу инергә?

Рәсми рәүештә тикшерелгән, хәүефһеҙ һаналған пляждарҙы һылтанма буйынса таба алаһығыҙ

Тиҙҙән көндәр йылыныр. Ҡайҙа һыу инергә?Тиҙҙән көндәр йылыныр. Ҡайҙа һыу инергә?
Тиҙҙән көндәр йылыныр. Ҡайҙа һыу инергә?

Республиканың 11 рәсми пляжы санитар-эпидемиологик һығымта алды, шуларҙың бишәүһе Өфө ҡалаһы янындағы һыуятҡылыҡтарында урынлашҡан.  Был пляждарҙа һыу, тупраҡ һәм ҡом хәүефһеҙлеге лаборатория тикшеренеүҙәре менән раҫланған, улар талпанға һәм кимереүселәргә ҡаршы эшкәртелгән.

Санитар-эпидемиологик һығымта алған һыу объекттары реестрын Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының рәсми сайтында ҡарарға мөмкин. Һылтанма:  (https://02.rospotrebnadzor.ru/content/285/43580/).

Аҙна һайын был реестр яңыртыла.

18 июнгә ҡарата 67 пляж лаборатор тикшерелгән, һыу объекттарының 143 һыу өлгөһө (микробиологик, паразитологик, органолептик күрһәткестәргә, химик составҡа), тупраҡ һәм ҡомдың 98 өлгөһө һайлап алынған. Һайлап алынған өлгөләр талаптарға яуап бирә.

Пляжда туҡланыу

Мөмкин булһа, пляжда булған ваҡытта туҡланыуҙы сикләргә кәрәк. Әгәр ашарға теләһәгеҙ, йыуып алып киленгән йәшелсә һәм емеш-еләк, ҡоро печенье, ҡалас һәм эҫелә боҙолмаған аҙыҡ-түлек рөхсәт ителә. Шул уҡ ваҡытта ҡулдарығыҙҙың таҙалығы хаҡында ла онотмағыҙ.

Яр буйында һатыусылар таратҡан аҙыҡ-түлекте һатып алмағыҙ. Улар тәҡдим иткән ризыҡтарҙың зыянһыҙ булыуын һәм тейешле санитар шарттарҙа әҙерләнеүен бер кем дә гарантияламай.

Фото: https://fotobank02.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас