

...Быйыл 18 февралдә Төньяҡ Осетия тауҙарында «Таймази 2025» ҡаяға үрмәләү буйынса боҙ фестивале башлана. Илдән 150 кеше йыйыла. Әммә Кубус тауында ике километр бейеклектә ҡар шыуып, ике альпинист юғала. Береһе Туймазынан 25 йәшлек Данил Ҡаҙырмаев була.
Апрель аҙағында һигеҙ метрлыҡ ҡар ҡатламы аҫтында уларҙың береһенең - 36 йәшлек Владимир Емельяновтың кәүҙәһен табалар. Әле килеп Данил да табылды...
Был урындарҙа тауҙан шыуғын төшөү күренеше бик һирәк осрай икән. Һуңғы тапҡыр ундай хәл 1980 йылдарҙа булған. Шуға күрә фестивалде ойоштороусылар ҙа хәүефләнмәй. Әммә ул көндө бер түгел, бер нисә тапҡыр ҡар шыуып төшә һәм ике альпинистың ғүмерен өҙә.
Данил Санкт-Петербургта йәшәһә лә, тыумышы менән Туймазы ҡалаһынан була - шунда ерләйәсәктәр. Туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: https://vk.com/da__nil