Хәүефһеҙлек
3 Июль 2025, 13:15

Полигонда эшсе һәләк булған

Фажиғәле хәл Ишембай районында теркәлгән

Полигонда эшсе һәләк булғанПолигонда эшсе һәләк булған
Полигонда эшсе һәләк булған

Ишембай районындағы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонында бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән, тип хәбәр итә Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 42 йәшлек “Эко-Сити” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрен ҡатырға төргәге баҫып үлтерә.

Фажиғә 27 июнь кисендә булған. Иргә ике метр бейеклектән өс ҡатырға тюк төшкән, уларҙың береһе уны баҫҡан. Шул уҡ ваҡытта алған йәрәхәттәренән зыян күргән эшсе ваҡиға урынында вафат булған.

“Тикшереү барышында ваҡиғаның сәбәптәре һәм шарттары асыҡланасаҡ”, – тип әйтелә хәбәрҙә.

Рәмилә МУСИНА фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас