+20 °С
Болотло


Кисә Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылында янғын сыҡҡан. Ауыл халҡы яңы ғына юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булған өс ир-егетте ерләгәйне. Бына тағы бәлә килгән...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғында 1965 йылғы ҡатын В. И. мәрхүм булған. Уның 15 йәшлек ейәне, төтөн менән ағыуланып, район дауаханаһына оҙатылған.
Ут сығыу сәбәптәре асыҡлана. Мәрхүмәнең ҡыҙының һәм башҡа туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: https://vk.com/wall-104104286_188879