Хәүефһеҙлек
5 Июль 2025, 16:40

"Өс айыу көнөнә өс тапҡыр баҡсама килә..."

Ә бер көн пенсионер ҡатындың ейәне тышҡа машинаға барайым тип сыҡһа...

"Өс айыу көнөнә өс тапҡыр баҡсама килә...""Өс айыу көнөнә өс тапҡыр баҡсама килә..."
"Өс айыу көнөнә өс тапҡыр баҡсама килә..."

Белорет районында урынлашҡан Межгорье ҡалаһында айыуҙарҙың күбәйеүен ишеткәйнек инде. Кешеләр ҡала уртаһында ла уларға тап булғаны бар.

Әле килеп Валентина исемле пенсионер ҡатын уларҙың бөтөнләй йәшәргә бирмәүенә зарлана. Ай элек уның баҡсаһына айыуҙар эйәләшәеп ала. Берәү түгел, өсәү. 

- Көнөнә өс тапҡыр киләләр. Түтәлдәрҙе ҡаҙып-соҡоп бөттөләр. Айырыуса укроп һәм баҡса еләге зыян күрҙе, - ти ул.

Етмәһә ҡатындың ейәндәре йәйге каникулға ҡайтҡан. Улар ҙа йыш ҡына йыртҡыстарға осрай икән. Бер уланы тышҡа машинаға тип сыҡһа, ҡаршыһында өс айыу баҫып тора, ти. Хужалар уларҙы ҡурҡытыр өсөн петардалар ташлап ҡарай. Былай йәшәүе ҡурҡыныс бит!

Межгорье Көньяҡ Урал ҡурсаулығы сигендә урынлашҡас, айыуҙар һанын ҡыҫҡартыу мәсьәләһен тик федераль Росприроднадзор хәл итә ала. Унда ғариза ебәрелгән. Тик ҡала халҡына ҡасан ярҙам килеп етер?

Фото: видеонан скриншот. 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас