Хәүефһеҙлек
10 Июль 2025, 06:00

Баймаҡтағы аварияла зыян күргән егеттең йөрәге тибеүҙән туҡтаны

Үҫмерҙәр эскән булған...

Баймаҡтағы аварияла зыян күргән егеттең йөрәге тибеүҙән туҡтаныБаймаҡтағы аварияла зыян күргән егеттең йөрәге тибеүҙән туҡтаны
Баймаҡтағы аварияла зыян күргән егеттең йөрәге тибеүҙән туҡтаны

Бишенсе тәүлектә дауаханала иҫерек килеш питбайк менән идара иткән 16 йәшлек водителдең пассажиры вафат булған.

Ваҡиға ошо көндәрҙә Баймаҡ районында була. Ике бәлиғ булмаған үҫмер, 16 һәм 17 йәшлек егеттәр, мопедта иҫерткес эсемлектәр эскәндән һуң, урындағы күҙәтеү майҙансығына барып, унда таң ҡаршыларға ҡарар итә.

Ҡайтыу юлында, 16 йәшлек водителдең транспорт менән идара итеү буйынса тейешле күнекмәләре булмауы арҡаһында, ул 17 йәшлек пассажирҙың ҡолауына юл ҡуя. “Ашығыс ярҙам” зыян күреүсене дауаханаға алып бара. Ҡурҡып ҡалған мототехника водителе ваҡиға урынын ташлап ҡаса. Эҙләү саралары барышында уны Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала. Егеттең дуҫы иһә урындағы дауаханала бишенсе тәүлектә вафат була.

Тәфтиш алды тикшереүҙәре буйынса, бәлиғ булмаған водителдең ата-әсәһе улының туғанының мопедында даими йөрөгәнен һәм уның водитель танытмаһы булмауын белгән. Үҫмерҙең ағаһы мопед менән идара итеүҙе водитель таныҡлығы булмаған кешегә тапшырған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Уға 30 мең һум күләмендә штраф тәғәйенләнгән.

Иҫерек һәм идара итеү хоҡуғы булмаған йәш водитель транспорт сараһы менән идара иткәне өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыла, шулай уҡ уға мотошлемы булмағаны өсөн дә материал төҙөлә.

Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса материалдар тәфтиш органдарына тапшырыласаҡ.

Фото: БР Дәүләт автоинспекцияһынан.

 

Баймаҡтағы аварияла зыян күргән егеттең йөрәге тибеүҙән туҡтаны
Баймаҡтағы аварияла зыян күргән егеттең йөрәге тибеүҙән туҡтаны
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас