Хәүефһеҙлек
1 Август 2025, 13:30

Рөстәм Нәбиевтең ҡыҙы бассейнда бата яҙған

Ҡараһам, Әминә күренмәй. София бүлмәгә килеп инде, “Әминә ҡайҙа?” тип һорайым. “Әминә йөҙә”, тип яуапланы. Уға әле бер генә йәш, ул бит йөҙә белмәй! Пуля кеүек бассейнға ҡарай атылдым... 

Рөстәм Нәбиевтең ҡыҙы бассейнда бата яҙғанРөстәм Нәбиевтең ҡыҙы бассейнда бата яҙған
Рөстәм Нәбиевтең ҡыҙы бассейнда бата яҙған

– Һеҙгә быға тиклем бер ваҡытта ла һөйләмәгән ваҡиғаны бәйән итергә теләйем. Был хәл 2021 йылда, беҙ Төркиәгә ял итергә барғанда булды. Отелгә урынлаштыҡ, бүлмә ишегенән сығыу менән – бассейн. Ялыбыҙҙың тәүге көнө ине: сумаҙандарҙан әйберҙәрҙе урынлаштыра башланыҡ. София менән Әминә бассейн янында йөрөй ине. Ҡараһам, Әминә күренмәй. София бүлмәгә килеп инде, “Әминә ҡайҙа?” тип һорайым. “Әминә йөҙә”, тип яуапланы. Уға әле бер генә йәш, ул бит йөҙә белмәй! Пуля кеүек бассейнға ҡарай атылдым, унда нисек барып етеүемде иҫләмәйем дә. Һуңынан ғына аяҡтарымды һыҙырып ҡанатыуымды күрҙем.

Әминә һыу эсендә батып бара. Һыуға һикереп, уны тартып сығарҙым. Бассейндың икенсе яғында ресторан урынлашҡан ине. Баланың батып барыуын күреп, ундағы бер нисә кеше лә шул секундта һыуға һикерҙе.  Ныҡ ҡурҡыныс хәл булды. Шул тиклем ныҡ ҡурҡтым, һуңынан бер сәғәт тирәһе тыныслана алмай, ҡулдарым ҡалтыраны.

Әминәне уға тиклем дә бассейнға алып барғаныбыҙ бар ине. Уны һыу аҫтында тынды тоторға өйрәткәндәр ине, ошо ла ярҙам иткәндер, тип уйлайым. Табиптар килеп тикшерҙе, үпкәһендә һыу юҡ, тинеләр. Аллаға шөкөр, барыһы ла яҡшы тамамланды, ә ул ваҡытта бөтә тормошом күҙ алдымдан үткәндәй булды. Һуңынан Әминә күпмелер ваҡыт һыуға төшөргә ҡурҡты, әммә ваҡыт үтеү менән был хәлде онотто.

Ошо хәлдән һуң беҙ бер ваҡытта ла ял өсөн бассейнлы номер алмайбыҙ. Был беҙгә ғүмерлек һабаҡ булды, - тип һөйләгән Рөстәм Нәбиев.

Ул ата-әсәләрҙе беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәнергә саҡырҙы, сөнки балалар менән бындай белем һәр ваҡыт кәрәк, ти Рөстәм. Ваҡыт-ваҡыт ул төрлө ситуацияларҙа беренсе ярҙам күрһәтеүгә ҡағылышлы мәғлүмәт менән уртаҡлаша. Бындай осраҡтар үҙеңдең балаңа ҡағылһа, бик ҡурҡыныс, ти блогер.

Сығанаҡ: kazanfirst.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас