

Бөгөндән юл-патруль хеҙмәткәрҙәре полицияның участка вәкилдәре, шулай уҡ эске эштәр бүлеге хеҙмәттәре менән берлектә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡстаныда иҫкәртеү сараларын ойоштора.Юл-транспорт ваҡиғаларын барлау һөҙөмтәләренән сығып, Өфө – Бөрө – Яңауыл; Өфө – Зубов –Шишмә; Өфө – Инйәр – Белорет; Дүртөйлө – Нефтекама; М-5 “Урал” – Шишмә – Ҡырғыҙ-Миәкә йүнәлештәрендә өҫтәмә экипаж ебәреү ҡарала: Бынан тыш, кис Өфөлә Комаров һәм Интернациональ урамдары киҫелешендә лә водителдәрҙе күпләп тикшермәкселәр. Юл-патруль инспекторҙарының төп иғтибары тәү сиратта юл ҡағиҙәләрен боҙоу, рулгә эскән килеш ултырыу, водитель таныҡлығынан мәхрүм ителеү осраҡтарына, айырыуса рулдәге бәлиғ булмағандарға йүнәлтелә.
Фото: фотобанк.