27 августа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк террорға ҡаршы комиссияһының һәм оператив штабтың берлектәге ултырышын үткәрҙе. Унда республиканың профилле министрлыҡтары һәм ведомстволары, оператив хеҙмәттәр һәм көс структуралары етәкселәре ҡатнашты.
Көн тәртибендә - Белем көнөн байрам итеү осоронда, шулай уҡ урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына һайлауҙарҙа тауыш биреү ваҡытында йәмәғәт именлеген тәьмин итеү мәсьәләләре.
- Төп бурыс - уҡыусыларҙың тулы хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Кисә Бөрөлә август кәңәшмәһендә ошо теманы күтәрҙек. Ул уҡытыусыларҙы ла, ата-әсәләрҙе лә ныҡ борсой, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Бөтә белем биреү ойошмалары тикшерелгән дә инде. Дөйөм алғанда, террорға ҡаршы эш алып барыу яҡшыра. Шуға ҡарамаҫтан, был теманы айырым контролдә тоторға кәрәк. Бөтә көстәр республиканың теләһә ҡайһы нөктәһендә хәүефкә, йәмәғәт тәртибенә янауҙарға яуап бирергә әҙер булырға тейеш.
14 сентябрҙә, Берҙәм тауыш биреү көнөндә, республикала 150 һайлау кампанияһын үткәрергә планлаштыралар. 256 һайлау участкаһы йәлеп ителәсәк.
- Уларҙы комиссия менән тикшерергә, объекттарҙың террорға ҡаршы яҡланыуына иғтибар бүлергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. - Көс ведомстволарының бурысы - оператив хәлде күҙәтеү, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы ваҡытында күреп ҡалырға һәм туҡтатырға.
Ултырышта ҡатнашыусылар планлаштырылған саралар үткәрелгән осорҙа ведомство-ара эш итеү тәртибен, шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары, оператив һәм авария хеҙмәттәре эшенең төп йүнәлештәрен билдәләне.