Ысынбарлыҡта нимә булды?
Самолет тибындағы ике украин пилотһыҙ осоу аппараты «Башнефть» предприятиеһына һөжүм итте. Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн «Өфө» халыҡ-ара аэропорты һауа судноларының осоуына һәм ултырыуына сикләүҙәр индерҙе. Өфөнөң ҡайһы бер райондарында мобиль элемтәгә сикләү ғәмәлдә булды.
Һөжүм маҡсатына өлгәштеме?
Юҡ. Был һөжүмдәрҙең маҡсаты – нефть эшкәртеү индустрияһының төп предприятиеларын сафтан сығарыу. Дрондар дошман планлаштырғанса түгел, ә бәреп төшөргәндән һуң шартланы. Завод штатлы режимда эшләүен дауам итә, һәләкәткә тарыусылар булманы.
Дрондарға ҡаршы нимәләр эшләнде?
Һөжүмде уңышлы кире ҡағырға Оборона министрлығы менән берлектә булдырылған пилотһыҙ аппараттарҙы күҙәтеү махсус системаһы ярҙам итә. Дрондар республика сиген үткәнгә тиклем үк күҙәтеү аҫтында була. Пилотһыҙ аппараттар завод территорияһына еткәс, аҫҡа табан төшөү менән, бәреп төшөрөлгән.
Ни өсөн бәйләнеште өҙҙөләр?
Дрондарҙың навигация системаһын юҡҡа сығарыу өсөн. Хәрби пилотһыҙ осоу аппараты осош ваҡытында бер нисә навигация системаһына эйә, ә мобиль элемтәне сикләү уның системаларының бер өлөшөн юҡ итә, операторҙың функционалын сикләй.
Артабан нимә булыр?
Әлеге биләмәлә республика Башлығы менән оператив кәңәшмә уҙғарылды ла инде. Һөжүмдән һуң Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының лабораторияһы һауалағы зарарлы ҡушылмаларҙың миҡдарын үлсәне, саманан артыу күҙәтелмәй.
Республиканы пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүменән пассив һәм әүҙем һаҡлау камиллаштырыласаҡ. “Ҡеүәтле хәүефһеҙлек системаһы МХО тамамлағандан һуң да кәрәк буласаҡ", – тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Фото: gtrkrb.ru