Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
15 Сентябрь 2025, 20:40

Көн тәртибендә - диверсиянан һәм террорсылыҡтан һаҡланыу

“Башнефть” компанияһы объекттарына ике пилотһыҙ осоу аппараты һөжүм иткәйне.

Көн тәртибендә - диверсиянан һәм террорсылыҡтан һаҡланыу
Көн тәртибендә - диверсиянан һәм террорсылыҡтан һаҡланыу

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктәге террорсылыҡҡа ҡаршы комиссия һәм оператив штаб ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибендә – республикалағы сәнәғәт объекттарын пилотһыҙ осоу аппараттары ҡулланылған диверсия-террорсылыҡ акттарынан һаҡлау. Кәңәшмәлә көс структуралары, министрлыҡтар һәм ведомстволар, ҙур сәнәғәт предприятиелары етәкселәре ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы 13 сентярҙә “Башнефть” компанияһы объекттарына ике пилотһыҙ осоу аппаратының һөжүм итеүе тураһында һөйләне.

 – Республикала БПЛА һөжүменән һаҡланыу өсөн ойошторолған ҡатнаш оборона системаһы ярҙамында ауыр эҙемтәләргә юл ҡуйылманы, – тине Радий Хәбиров. – Һөжүм предприятие эшенә йоғонто яһаманы. Һулар һауала зарарлы матдәләр миҡдарының артыуы күҙәтелмәне. Һәләк булғандар һәм зыян күргәндәр юҡ.

Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, сәнәғәт объекттарына һөжүмгә бәйле йәлеп ителгән хеҙмәттәрҙең барыһы ла йылдам һәм тейешенсә эш итте.

– Ошоға ҡарамаҫтан, беҙгә предприятиеларыбыҙҙы һөжүмдән ышаныслыраҡ һаҡлауҙы тәьмин итеү йәһәтенән өҫтәмә сара күрергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

Ултырышта ҡатнашыусылар төбәктәге сәнәғәт предприятиеларының хәүефһеҙлеген арттырыу, уларҙы һаҡлау сараларын көсәйтеү буйынса тәҡдимдәрҙе тикшерҙе.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Автор: Гөлсәсәк Хәйруллина
Читайте нас