Йерба мате сәйенең бер сынаяғының организмға зыянын йөҙ дана тәмәке тартыу менән сағыштырырға була. Был популяр Көньяҡ Америка эсемлегендә яман шеш тыуҙырыусы матдәләр — канцерогендарҙың юғары концентрацияһы бар. Мате йыш ҡына сәләмәт туҡланыу магазиндарында һатыла һәм дәртләндереүсе эффекты өсөн баһалана, әммә уны ҡулланыу хәүефле булыуы мөмкин.
Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, матены даими рәүештә ҡулланыу алты төр яман шештең барлыҡҡа килеү хәүефен өс тапҡырға арттыра. Хәүеф зонаһында - үпкә, шулай уҡ ашҡаҙан-эсәк юлы ағзалары: ашҡаҙан, ҡыҙыл үңәс, эсәктәр, ашҡаҙан аҫты биҙе һәм бауыр.
Төп хәүеф факторы - ҡайнатыу ысулы. Иң күп канцерогендар мате япраҡтарын 65 °C-тан юғары температуралы ҡайнар һыу менән төнәткәндә бүленеп сыға. Ә был - эсемлектең Көньяҡ Америкалағы традицион әҙерләү ысулы.
Шул уҡ ваҡытта ғалимдар сәйҙәге матдәләрҙең генә түгел, ә эсемлектең юғары температурала булыуының да зарарлы булыуын билдәләй. 60 °C-тан юғары эҫелектәге шыйыҡса аш һеңдереү юлының лайлалы тиресәһен зарарлай, уны канцерогендарға нығыраҡ бирешеүгә дусар итә. Был хәүеф матеға ғына түгел, ә бөтә ҡайнар сәйҙәргә лә ҡағыла.
Автор фотоһы.