Силәбе өлкәһенән килгән Полина Захарова Ирәмәлгә менгәндә төркөмдән айырылып ҡала ла юғала. Төркөм урынға ҡайтҡас, ҡатындың юҡлығы асыҡлана. Уның апайы әйтеүенсә, Полинаның запас аҙығы ла, медикаменттары ла булмай, ә телефонының көсө бөтә, күрәһең.
Уны өс тәүлек эҙләнеләр. Бөгөн, ниһайәт, тапҡандар. Иҫән килеш!
"Николаевска һуҡмағында яңы ғына табылған. Ура! Квадроциклда алып ҡайтып баралар. Яңылыш китә. Өс тәүлек буйына Төлөктән Николаевкаға тиклем 58 километр ара үтә, был яҡынса 14 сәғәт", — тип хәбәр иткән ҡатындың танышы.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, турист маршруттан тайпылып, ситкә киткән һәм аҙашҡан. Әле ҡатынды оператив штабҡа алып киләләр, унда уға медицина ярҙамы күрһәтеләсәк.
Ярай әле иҫән табылған. Был ерҙәрҙә туңып та үлергә мөмкин, айыуҙар ҙа күп.
Фото: социаль селтәр/П. Захарова.